15:30 (UTC+5), 26 Июня 2024

Башҡортостанда яңы каршеринг сервисы эшләй башлай

Ләйлә Аралбаева

Башҡортостанда 28 июндә каршеринг – автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға алыу сервисы эшләй башлай. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Делимобиль» компанияһын ойоштороусы Винченцо Трани менән яңы проекттың нескәлектәрен тикшерҙе. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республика халҡына яңы хеҙмәт ҡыҙыҡлы булыр, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Быға тиклем дә Өфөлә каршеринг компаниялары эшләй башлағайны, ләкин коронавирус пандемияһына бәйле был йүнәлеш үҫешә алманы.

– Каршеринг – Башҡортостан өсөн сағыштырмаса яңы күренеш. Ул илдең бер нисә ҙур ҡалаһында яҡшы үҫешә, – тине Радий Хәбиров. – Каршеринг  – заманса ҡаланың билдәһе. Ул юлдар төҙөк, юл хәрәкәте менән идара итеүҙең дөрөҫ системаһы, халыҡтың килеме сағыштырмаса юғары, машина йөрөтөү мәҙәниәте булған урында барлыҡҡа килә.

«Делимобиль» компанияһын ойоштороусы республиканың автомобилдәрҙе ҡуртымға алыу баҙары мөмкинлеген юғары баһаланы.

– Бизнесты үҫтереү йәһәтенән Башҡортостан, Өфө менән бик ҡыҙыҡһынабыҙ, – тине Винченцо Трани. – Беҙ шулай уҡ кешеләр автомобиль менән төрлө иҫтәлекле урындарға йөрөй алһын өсөн эске туризмды үҫтереүгә йүнәлеш алғанбыҙ. Шул уҡ ваҡытта республика менән үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтергә уйлайбыҙ.

Беренсе этапта «Делимобиль» Өфөлә 500 автомобилде файҙаланыуға тапшыра. Инвестициялар күләме 800 миллион һумға баһалана, 50-нән ашыу яңы эш урыны булдырыла. Сервисты асыу 28 июнгә билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-06-26/v-bashkirii-zapustyat-novyy-karsheringovyy-servis-3824029

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика