12:26 (UTC+5), 19 Июня 2024

Радий Хәбиров Өфөнөң «Уралинтех» предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

19 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Уралинтех» предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты. Ул 1998 йылда булдырылған. Предприятиела йылына дөйөм ҡеүәте 2500 тонна тәшкил иткән онтаҡ һымаҡ буяу етештереү буйынса 8 юғары технологиялы линия ҡуйылған.

Онтаҡлы буяуҙар импортты алмаштырыусы продукция булып тора. Предприятиеның даими партнерҙары иҫәбендә «АвтоВАЗ», «Медстальконструкция», «Завод Труд», «НПП Салют» акционерҙар йәмғиәттәре, УППО, бер нисә оборона предприятиеһы бар. Әйткәндәй, предприятиела етештерелгән буяу менән буятылған деталдәрҙең береһе йыһанда ла булған, завод эшселәре был хаҡта ғорурланып һөйләй.

Етештереү ҡеүәтен 30-40% арттырыу, етештереү күләмен һәм продукция ассортиментын киңәйтеү өсөн предприятие үҙ аҡсаһына термореактив һәм онтаҡлы буяуҙар етештереү буйынса өҫтәмә юғары технологиялы линиялар һатып алырға йыйына, тип һөйләне завод директоры Виталий Дашков. Инвестициялар күләме — 30 миллион һум. Радий Хәбиров предприятиеның етештереү линияларын, келәт биналарын һәм лабораторияһын ҡараны.

- Беҙҙә бындай предприятиелар күп, «Уралинтех» «Инвестиция сәғәте» аша үтте, улар беҙҙән ярҙам алды, шуға күрә бөгөн бының нисек эшләүен ҡарарға булдыҡ. Яҡшы. Уникаль производство, продукцияға ихтыяж бар. Һатыуға бәйле ҡыйынлыҡтар юҡ. Уртаса хеҙмәт хаҡы иһә 90 мең һумға яҡын, - тине Радий Хәбиров, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының һорауына яуап биреп.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-06-19/radiy-habirov-oznakomilsya-s-deyatelnostyu-ufimskogo-predpriyatiya-uralinteh-3814455

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика