6 июндә XXVII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали менән осрашты.
Башҡортостан-Иран бәйләнештәре сифат яғынан яңы кимәлгә сыҡты, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Беҙгә Иран Ислам Республикаһынан бизнес-делегациялар килә башланы. Май аҙағында Иран эшҡыуарҙары Сибайҙа «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашты. Тағы ла бер тапҡыр Ирандағы коллегаларыбыҙ менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуыбыҙ хаҡында белдерәм. Форсаттан файҙаланып, илсе әфәндене республикабыҙға саҡырам. 6 июлдә Евразия күсмә цивилизациялар музейының беренсе сиратын асабыҙ, 31 августа беҙҙә Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан федераль кимәлдәге саралар ойошторола», - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Иран президенты Ибраһим Раисиҙың һәм Иран делегацияһы ағзаларының фажиғәле һәләк булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашты һәм республикабыҙҙың Ислам республикаһы халҡы менән бергә ҡайғырыуын белдерҙе.
Ирандың Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Казем Джалали һүҙҙәренсә, Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҫешкән төбәктәренең береһе булып тора.
«Республикағыҙға сәфәрем ваҡытында йылы ҡаршы алыуығыҙҙы әле лә хәтерләйем һәм йәнә Башҡортостанға саҡырыуығыҙҙы ҡабул итәм», - тине илсе.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығының Иранға сәфәре Тегеран менән республика араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә нигеҙ һалды.
«Был мөнәсәбәттәр яңы сифатлы кимәлгә сығыр тип ышанабыҙ. Башҡортостандың ошондай үҙ-ара эш итеү өсөн мөмкинлектәре ҙур. Беҙҙең мәҙәниәттәр оҡшаш, һеҙҙең республикала үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис иттек», – тине Казем Джалали.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.