
Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ ошо вазифаға тәғәйенләнгән сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов менән осрашты.
Башҡортостан илдә сәнәғәт үҫешенең этәргес көстәренең береһе булып тора, тип билдәләне осрашыуҙа Антон Алиханов.
«Һеҙ һәр саҡ беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы республикаға һәм һеҙҙең биләмәлә эшләгән етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүгә, технологик суверенитет йәһәтенән Рәсәй президенты ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә», — тип белдерҙе ул.
Башҡортостан Башлығы Антон Алихановты яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлап, бының бик яуаплы һәм етди аҙым булыуын билдәләне.
«Тотош республика, беҙҙең идара итеү командаһы шулай уҡ килешеп эшләрбеҙ тип ышана. Башҡортостан — сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәк. Илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән тығыҙ эш алып барабыҙ. Беҙгә килегеҙ һәм барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ»,— тине Радий Хәбиров.
Хәҙер төп бурыстарҙың береһе — оборона һәләтлелеген нығытыу. Республикабыҙ өсөн был өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы һәм «Ростех» төркөмө предприятиеларының әүҙем эшләүен билдәләне. Тәү сиратта һүҙ Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кеүек стратегик предприятие тураһында бара.
Радий Хәбиров министр менән аралашҡанда сәнәғәт предприятиеларын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республикала «Алға» махсус иҡтисади зонаһын, индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереүгә, кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ла әһәмиәт бирелә. Шул уҡ ваҡытта эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Тармаҡтарға ярҙам күрһәтеү буйынса бер нисә республика программаһы эшләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы булышлығында «РВ-1» радиоэлектрон технопаркы төҙөлә. Бөгөн был — мөһим йүнәлештәрҙең береһе. 2024 йылдың аҙағына әлеге технопарк «тулы ҡеүәттә эшләй башлар», тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.