Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында һәм башҡа форумдарҙа ҡатнашыу кәрәклеге хаҡында һөйләне. Иң тәүҙә республикаға инвестиция йәлеп итеү өсөн, тип билдәләне Радий Хәбиров, «Башинформ» журналисының һорауына яуап биреп.
«Әгәр республикабыҙға аҡса, инвесторҙар килмәһә, яңы предприятиелар ҙа төҙөлмәй. Беҙ туҡтап ҡалабыҙ. Инвестор килһен өсөн үҙебеҙҙең хаҡта, ярҙам саралары, йәшәйешебеҙ, уңыштарыбыҙ, эшкә һәләтле командабыҙ хаҡында һөйләргә кәрәк», - тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ үҙ брендыбыҙҙы, иҡтисадты үҫтереү мөһим. Рәсми делегация составында республиканың төп предприятиелары вәкилдәренең булыуы ла осраҡлы түгел.
«Был республикабыҙҙы танытыу тип атала, Башҡортостан тураһында белһендәр һәм беҙгә килһендәр өсөн. Хәҙер был иң мөһиме», — тип өҫтәне республика етәксеһе.
Башинформ хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы 5-8 июндә Санкт-Петербургта 27-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша. Быйыл тема: «Күп полярлы донъяның нигеҙе — яңы үҫеш нөктәләрен булдырыу». Был эшлекле сара йыл һайын донъяның бизнес вәкилдәрен, сәйәсмәндәрҙе һәм эксперттарҙы йәлеп итә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.