
Башҡортостан хөкүмәте ултырышында халыҡ художество кәсептәре изделиеларын етештереүселәргә республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе раҫланды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Башҡортостанда халыҡ художество кәсептәре субъекттарына байтаҡ ярҙам саралары күрһәтелә, тине республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
«2023 йылда сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы яғынан 11 миллион һум субсидия бирелде. Алты етештереүсе ҡорамал, сеймал һәм материалдар һатып алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапланы, – тине Андрей Назаров. – Бынан тыш, «Ағиҙел» предприятиеһына дәүләт ярҙамы ҡаралған. Ул халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ғариза биргән ойошмалар араһында конкурс буйынса һайлап алыуҙа еңеүсе тип танылды».
Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Тимур Герасимов хәбәр итеүенсә, халыҡ художество кәсептәренә булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү эше дауам ителәсәк. Һүҙ ҡорамал, сеймал һәм материалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидия, шулай уҡ килем килтереүсе проекттарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә 11 миллион һум аҡса бүлеү хаҡында бара.
«Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә мәшғүл республика етештереүселәре өсөн был проекттар продукцияны һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн кәрәк. Килем килтереүсе проектты тормошҡа ашырыу милли сувенир продукцияһын һәм халыҡ художество кәсептәре изделиеларын сығарыуҙы арттырырға, шулай уҡ яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә», – тине Тимур Герасимов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Рәсәй президенты Владимир Путин «халыҡ художество кәсептәре» терминын билдәләгән һәм тармаҡҡа дәүләт ярҙамы сиктәрен киңәйткән законға ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы илдә Халыҡ художество кәсептәре көнө өсөн дәүләт башлығы указының проектын әҙерләгән. Байрамды июндең һуңғынан алдағы йәкшәмбеһендә билдәләү күҙаллана.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.