
Башҡортостанда йәйге каникулдар ваҡытында мәктәп уҡыусылары 3600-ҙән ашыу вакансия менән файҙаланырға мөмкин. Уларҙың барыһы ла Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә теркәлгән.
14 йәше тулған балалар йәйгелеккә эшкә урынлашыу варианттарын ҡарай ала, тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы үлсәп төрөүсе, курьер булып эшләргә, биләмәләрҙе төҙөкләндереү менән шөғөлләнергә, ырҙын табағында эшләргә тәҡдим итәсәк. Каникулдарҙың бер өлөшөн хеҙмәткә бағышларға теләгән балаларға мәшғүллек үҙәктәре белгестәре ышаныслы эш биреүсене табырға ярҙам итер. Улара онлайн мөрәжәғәт итергә лә мөмкин («Работа России» порталы)», - тине ул.
Министр бәлиғ булмаған хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡынан тыш мәшғүллек үҙәгенән матди ярҙам алыу мөмкинлеге булыуын билдәләне. Был бер айҙа яҡынса 1,8 меңдән 2,8 мең һумға тиклем.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй республиканың 10 меңдән ашыу уҡыусыһы тәүге хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.