Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Май 2024, 14:30

Башҡортостандың Лаҡлы ауылында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлай башланылар

Башҡортостан хөкүмәте сайты
Фото: Башҡортостан хөкүмәте сайты

Башҡортостандың Лаҡлы ауылында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлай башланылар. 157 метр оҙонлоғондағы күпер «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә. Эштәр күперҙең уң һыҙатында алып барыла, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

«Лаҡлы ауылында 1000-дән ашыу кеше йәшәй. Күперҙе ремонтлау урындағы халыҡҡа ғына түгел, туристарға ла хәүефһеҙ йөрөргә мөмкинлек бирә. Лаҡлы яғында барыһына ла билдәле Лаҡлы мәмерйәһе бар», — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Күперҙәге эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда 8 күперҙе ремонтлайҙар. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо — 419 метрҙан ашыуыраҡ. Эштәр Белорет, Салауат, Мишкә, Туймазы, Тәтешле райондарында башҡарыла. Күперҙәрҙе йүнәтеү өсөн 225 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.

Милли проект сиктәрендә яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау Башҡортостанда 2022 йылдан башҡарыла. Ике йыл эсендә 1282 метрҙан ашыу күпер ремонтланған. Әйтәйек, 2022 йылда дөйөм оҙонлоғо 431,5 метрлыҡ 8 күперҙең торошо яҡшыртылған, 2023 йылда иһә ике тапҡырға күберәк — дөйөм оҙонлоғо 851 метрлыҡ 7 ҡоролма. Эштәр Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовар, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Күгәрсен, Саҡмағош, Шаран райондарында Өсән, Ағиҙел, Эҫем, Камайылға, Өйәҙән, Суходол, Иртөбәк, Йөйәк, Болошло, Һаҡмар, Бедринка, Инйәр, Ташшишмә, Ҡалмаш, Байҡы йылғалары аша күперҙәрҙә башҡарылды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-21/v-bashkirii-nachali-remont-mosta-cherez-reku-ay-v-sele-lakly-3775926

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас