07:59 (UTC+5), 16 Мая 2024

Ҡытай Башҡортостан менән традицион ҡытай медицинаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостан менән Ҡытай традицион ҡытай медицинаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Ҡытай Халыҡ Республикаһында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Бөтә донъя традицион ҡытай медицинаһы ойошмалары федерацияһының профессиональ комитеты һәм «Башҡортостан Республикаһының медицина палатаһы» медицина берләшмәһе союзы араһында тейешле протокол төҙөлгән.

15 майҙа Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Илнур Таҡтаевтың Ляонин провинцияһының коммерция идаралығы начальнигы урынбаҫары Чжан Вэйдун менән осрашыуында хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышыу булды. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Шулай уҡ осрашыуҙа яҡтар эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Илнур Таҡтаев коллегаһына инвесторҙарға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ғәмәлдәге дәүләт ярҙам саралары һәм республикала тормошҡа ашырылған инвестиция сәйәсәте тураһында һөйләне. Чжан Вэйдун әфәнде ике яҡлы мөнәсәбәттәргә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың рәсми делегацияһы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһына юлланды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Ошо көндәрҙә Ляонин провинцияһының Шэньян ҡалаһында Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Ҡытайҙың бизнес-берләшмәһен республиканың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-16/kitay-gotov-sotrudnichat-s-bashkiriey-v-oblasti-traditsionnoy-kitayskoy-meditsiny-3768494

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика