

Төркиә Республикаһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Танжу Бильгич, Рәсәй-Төркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһының етәксе советы рәйесе Эрдем Аджай һәм Mir холдингы идараһы рәйесе Ибраһим Мирмахмутогуллары «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнаша. Форумға шулай уҡ Рәсәй-Төркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһы ағзалары, Төркиәнең Рәсәйҙә эшләгән 20-гә яҡын компанияһы килә. Бынан тыш, форумда Төркиә һәм Башҡортостан предприятиелары араһында берлектә көнбағыш гибридтарын етештереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быйыл ике ай йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Төркиә 9% өлөш менән икенсе урынды биләй. Сауҙа мөнәсәбәттәребеҙ нығына, быйыл ғинуар-февралдә үҙ-ара тауар әйләнеше — 28%, ә экспорт 25 процентҡа артҡан. Республикала төрөк инвесторҙары ҡатнашлығында завод төҙөү проекты тормошҡа ашырыла.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа 24-26 майҙа ойошторола. Урал аръяғының туристик инфраструктураһын үҫтереү һәм «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу мәсьәләләренә арналған 20-нән ашыу сессия үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, инвестиция һабантуйы майҙансығында дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү, квалификациялы кадрҙар әҙерләү, яһалма интеллект, мәғлүмәттәр иҡтисады һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.