10:19 (UTC+5), 15 Мая 2024

Өфө менән Шэньян араһында тура авиабәйләнеш асыуҙары ихтимал

Фото: Андрей Назаровтың телеграм-каналы
Роман Якимчук

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграм-каналында Ляонин провинцияһы губернаторы Ли Лэчэн менән файҙалы осрашыуы хаҡында яҙып сыҡты. Башҡортостан менән Ҡытай араһында хеҙмәттәшлек бынан 25 йыл элек тап ошо провинциянан башланған, тип иҫкә төшөрҙө ул.

Андрей Назаров Ли Лэчэнға туғандаш ҡалалар Өфө менән Шэньян араһында тура авиабәйләнеш асыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итеүе тураһында хәбәр итте. Был бизнес-берләшмә өсөн логистиканы еңеләйтергә һәм туризм үҫешенә этәргес бирергә тейеш. Провинция губернаторы был идеяны хупланы һәм мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Шулай уҡ премьер-министр Ли Лэчэнды Халыҡ-ара бизнес аҙналығына һәм Өфөнөң 450 йыллығы тантанаһына саҡырҙы.

«Башҡортостан ҡытай партнерҙары менән ике яҡлы һөҙөмтәле мөнәсәбәттәрҙе артабан да үҫтереү яҡлы. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡытай коллегаларыбыҙҙың уй-ниәттәре беҙҙеке менән тап килә. Ли Лэчэн әфәнде төрлө өлкәләрҙә үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн бөгөн өлгәшелгән барлыҡ килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Ул делегациябыҙҙың сәфәре Ҡытай менән Рәсәй араһындағы дуҫлыҡтың нығына барыуы шарттарында бик ваҡытлы булыуын билдәләне. Башҡортостандың Рәсәйҙә абруйлы төбәк һәм беҙҙең сәнәғәт структураларының оҡшаш булыуын иҫәпкә алып, уртаҡ етештереү сылбырын һәм технологияһын төҙөү ике яҡ өсөн дә отошло. Ляонин губернаторы шулай уҡ фән, мәғариф һәм мәҙәни алмашыу өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтергә тәҡдим итте», - тип яҙҙы Андрей Назаров.

Премьер-министр Ҡытай Халыҡ Республикаһы эшҡыуарҙарына урындағы баҙарға сыҡҡанда ярҙам күрһәтергә, улар өсөн уңайлы шарттар булдырырға әҙер булыуын белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-15/mezhdu-ufoy-i-ee-kitayskim-pobratimom-shenyanom-mogut-otkryt-pryamoe-aviasoobschenie-3766828

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика