11:37 (UTC+5), 13 Мая 2024

Республикала «Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү йүнәлештәре билдәләнде

Роман Якимчук

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына «Алға» махсус иҡтисади зонаһы майҙанын арттырыу өсөн ғариза әҙерләй. Атап әйткәндә, Өфө районындағы 5-се майҙансыҡты киңәйтеү тураһында һүҙ бара, ошо маҡсатҡа 4 төп инвестиция проекты һайлап алынған. Ике компания проекттарҙың финанс моделдәрен һәм паспорттарын тәҡдим иткән. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте.

Махсус иҡтисади зонаны киңәйтеүҙең тағы ике потенциаль йүнәлеше буйынса эштәр бара, тип билдәләне ул. Улар - Ағиҙел һәм Салауат ҡалалары биләмәһендәге майҙансыҡтар. Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Ағиҙелде «Алға» махсус иҡтисади зонаһына индереү өсөн инвесторҙар табырға ҡушыуы тураһында хәбәр иткәйне. Бөгөнгә дөйөм суммаһы яҡынса 3,6 миллиард һумлыҡ 8 инвестиция проектынан пул формалаштырылған. Хәҙер ошо проекттарҙың параметрҙарын аныҡлау һәм яңы инвесторҙар йәлеп итеү бара.

Александр Шельдяев әйтеүенсә, 2025-2026 йылдарға «Алға» зонаһын үҫтереүҙең төп бурыстары: Салауат һәм Ағиҙел ҡалаларындағы ер участкалары иҫәбенә «Алға» махсус иҡтисади зонаһының майҙанын арттырыу, ғәмәлдәге майҙансыҡтарҙың планлаштырылған инженер, транспорт һәм энергетика инфраструктураһы объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, шулай уҡ уларҙы 100%  резиденттар менән тултырыу.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-05-13/v-bashkirii-oboznachili-napravleniya-rasshireniya-oez-alga-3763182

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика