14:25 (UTC+5), 23 Апрель 2024

Радий Хәбиров Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә халыҡ-ара бизнес-форумында ҡатнаша

Иван Вавилов

Башҡортостандың рәсми делегацияһы 23-24 апрелдә Дубайҙа «Мөмкинлектәр донъяһы» халыҡ-ара бизнес-форумында эшләй. Был ҙур эшлекле сара эшҡыуарҙар берләшмәһе, власть һәм халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәрен берләштерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ошондай күләмле сарала республика исеменән сығыш яһау — оло мәртәбә.

«Ҡәҙерле дуҫтар, Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы исеменән форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләргә рөхсәт итегеҙ. Беҙ бында ҙур өмөттәр һәм етди бурыстар менән килдек. Форум хаҡлы рәүештә «Мөмкинлектәр донъяһы» тип атала, хәҙерге замандың ысынлап та мөмкинлектәр донъяһы икәнен аңлайбыҙ. Донъяла йөҙләгән дәүләт, йөҙләгән халыҡ, һәм һәр дәүләт донъя иҡтисадына тос өлөш индерә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юҡҡа ғына килмәнек, беҙ бында партнерҙар эҙләйбеҙ, сөнки, Рәсәй президенты Владимир Путин әйткәнсә, был ғәрәп донъяһында төп сауҙа партнеры. Форумда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы, файҙалы бәйләнештәр теләйем, сөнки бында беҙ башҡарған барлыҡ эштәр ҙә һуңынан дәүләттәребеҙҙең үҫешенә ярҙам итергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 6-сы урынды биләй, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Былтыр сауҙа күләме биш ярым тапҡырға артты. Бик яҡшы күрһәткес. Беҙ юғары технологиялар, спорт һәм туризм өлкәләрендә бәйләнештәрҙе әүҙем киңәйтәбеҙ. Етди эшкә әҙербеҙ, бик күп эшлекле осрашыуҙар үткәрергә йыйынабыҙ. Ошо күләмле форумда ҡатнашыу республикабыҙ өсөн яңы мөмкинлектәр асыр, яңы уртаҡ проекттарға старт бирер тип ышанам», - тип яҙа Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-23/radiy-habirov-vozglavil-delegatsiyu-bashkirii-na-mezhdunarodnom-biznes-forume-v-oae-3739204

Видео: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика