07:59 (UTC+5), 22 Апреля 2024

Башҡортостан Ҡарағалпаҡстан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы  

Фото: Тимур Шәрипҡолов
Галина Бахшиева

Ташкентта, «Иннопром. Үҙәк Азия» күргәҙмәһендә Ҡарағалпаҡстандың  (Үзбәкстан) Министрҙар советы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында 2024-2026 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһы» төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һәм Ҡараҡалпаҡстандың Министрҙар советы рәйесе Фарход Эрманов ҡул ҡуйҙы.

Был документ ике республика араһында сауҙа-иҡтисади өлкәлә, сәнәғәттә, агросәнәғәт комплексында, шулай уҡ хеҙмәт һәм социаль яҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм туризм, йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм төҙөлөш өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы күҙ уңында тота.

Ҡарағалпаҡстан — Башҡортостан өсөн яҡын һәм туған төбәк, тип билдәләне Андрей Назаров. Башҡорттар менән ҡарағалпаҡтар этномәҙәни яҡтан бер-береһенә бик яҡын. Арал диңгеҙенең көньяҡ ярында бөгөн дә күптән бында күсеп килгән һәм ҡараҡалпаҡтар менән туғанлашҡан башҡорт нәҫелдәре йәшәй.

«2022 йылда беҙ рәсми сәфәр менән Ҡарағалпаҡстан Республикаһында булдыҡ. Хәҙер дөйөм көс менән ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн мөмкинлектәрҙе өйрәнергә тәҡдим итәбеҙ, — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Ҡарағалпаҡстандың  Министрҙар Советы рәйесе менән осрашыуҙа. — Бынан тыш, быйыл баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығын билдәләйбеҙ. Һеҙҙе байрам сараларына саҡырам».

Ҡарағалпаҡстандың Министрҙар Советы рәйесе Фарход Эрманов яңы бизнес-бәйләнештәр булдырыу, республикалар араһында тауар әйләнешен арттырыу менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Ул шулай уҡ Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнгән көндәрҙә баш ҡалабыҙға килергә әҙер булыуын әйтте.

«Сәнәғәт кооперацияһын тәрәнәйтеү һәм уртаҡ предприятиелар булдырыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министры. — Беҙҙең республика — үҫешкән агросәнәғәт комплексы булған төбәк.  Башҡортостандан Үзбәкстанға тоҡомло малдар, шәкәр, көнбағыш майы оҙатыла. Үзбәкстандан беҙ емеш-еләк һәм йәшелсә килтерәбеҙ».

Әле үк ике республика араһында үҫемлекселектә, мелиорацияла һәм малсылыҡта тәжрибә уртаҡлашыу әүҙем бара. Үзбәкстандың ауыл хужалығы өсөн биоөҫтәмәләр һәм ашламалар менән тәьмин итеү буйынса үҙ-ара файҙалы сауҙа мөнәсәбәттәре дауам итә.

Башинформ хәбәр иткәнсә, республикабыҙ хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация Ташкентта «Иннопром. Үҙәк Азия» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-22/bashkiriya-podpisala-dorozhnuyu-kartu-po-razvitiyu-sotrudnichestva-s-karakalpakstanom-3737049

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика