05:34 (UTC+5), 16 Апреля 2024

Башҡортостанда күпселек райондар баҫыу эштәренә тотондо

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Альмира Давлетбаева

15 апрелгә 33 район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре башланды (бөтәһе 54 район). Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, 24 муниципалитет баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматалар, әлегә 25 мең гектар майҙанда был эш башҡарылған.

Ә 23 районда хужалыҡтар ужым культураларын (34 мең гектар), 20 районда иһә күп йыллыҡ үләндәрҙе (22 мең гектар) минераль ашламалар менән туҡландыра.

Асҡын, Бүздәк, Дыуан, Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Салауат, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондары хужалыҡтары дым ҡаплатыуға тотондо. Ғөмүмән, 5,3 мең гектар майҙанда эш тамамланған.

Башҡортостанда яҙғы культураларҙы 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү бурысы тора. Быйылғы миҙгелгә сәсеү майҙандары структураһы тураһында тулыраҡ — бында. Яҙғы кампанияның төп хәүефтәре тураһында — бында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-15/v-bashkirii-bolshe-poloviny-rayonov-pristupili-k-polevym-rabotam-3728887

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика