11:35 (UTC+5), 09 Апреля 2024

Башҡортостан Башлығы Рәсәй президентына республикаға инвестициялар йәлеп итеү тураһында һөйләне

Фото: трансляциянан скриншот
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында республиканың инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырыу эше хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров ғәмәлдәге инвестицияларҙы яҡлау һәм йәлеп итеү программаһы хаҡында һөйләне. Башҡортостан илдә өҫтөнлөклө биләмәләр һаны буйынса алдынғы урынды биләй. Һуңғы 5 йылда уларҙың һаны өс тапҡырға артты. Хәҙер республикала 5 йылдам үҫеш биләмәһе, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, 12 индустриаль һәм 19 технопарк бар. Уларға 130 резидент компания йәлеп ителгән. Был һан -  Рәсәйҙә иң юғары күрһәткес. «Алға» иҡтисади зонаһы резиденттары ғына 62 миллиард һумлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда инвестициялар күләменең 620 миллиард һумдан ашып, тарихи максимумға өлгәшеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-09/glava-bashkirii-rasskazal-prezidentu-o-privlechenii-investitsiy-v-region-3721656

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика