Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Апрель 2024, 12:24

Өфөлә «Конгресс Тау» халыҡ-ара экспоүҙәге булдырыла

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанды донъя конгресс майҙансығы рәүешендә артабан үҫтереү өсөн заманса һәм алдынғы инфраструктура булдырыу мөһим. Уның үҙәге — 60 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән Халыҡ-ара экспоүҙәк проекты.

— Әлегә ул «Конгресс Тау» тип атала. Концептуаль яҡтан илдә иң яҡшыһы булмаҡсы. Бының өсөн майҙансыҡ билдәләнгән, — тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышында республика хөкүмәтенең йыллыҡ отчеты менән сығыш яһағанда.

Премьер-министр һүҙҙәренсә, конгресс-күргәҙмә эшмәкәрлеген үҫтереү йәһәтенән тырышып эшләү һөҙөмтәһендә Башҡортостан ваҡиғалар потенциалын бойомға ашырыу буйынса иң яҡшы өс төбәк иҫәбенә инде.

— Былтыр беҙҙә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X юбилей форумы үтте. Ил етәкселеге уны ойоштороу эшенә юғары баһа бирҙе. Көҙөн Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ойошторола, — тип билдәләне Андрей Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-04-04/v-ufe-idet-razrabotka-mezhdunarodnogo-ekspo-tsentra-kongress-tau-3713694

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас