08:06 (UTC+5), 22 Марта 2024

Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе пилотһыҙ осоусы аппараттар кластерын теркәне

Фото: Андрей Назаровтың телеграм-каналы
Галина Бахшиева

Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге пилотһыҙ осоусы аппараттар кластерын теркәне, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров үҙенең телеграм-каналында.

«Пилотһыҙ авиацияның төбәк-ара кластеры Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы реестрына индерелгән. Ул Башҡортостандан, Тула, Рязань өлкәләренән һәм Карелия Республикаһынан 13 предприятиены берләштерә. Кластер сәнәғәт кластерҙарына ҡарата тейешле талаптарға яуап биреүен раҫланы», — тип билдәләне Андрей Назаров.

Реестрға индереү предприятиеларға берлектәге импортты алмаштырыусы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм төбәк ярҙам сараларынан файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостанда туғыҙ кластер иҫәпләнә.

«Беҙ алдан етди эш башҡарҙыҡ, — тине Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры. — Пилотһыҙ технологияларҙы әүҙем үҫтерәбеҙ һәм күп йәһәттән илдә новатор булып торабыҙ — пилотһыҙ авиация системаларын етештерәбеҙ, БПЛА өсөн тәжрибә рәүешендә хоҡуҡи режим индерҙек».

Былтыр республикала Пилотһыҙ авиация тармағын үҫтереү дирекцияһы эшләй башланы.

«Был беҙҙең өсөн әһәмиәтле һәм шатлыҡлы ваҡиға, ул бер нисә йыл элек һайлаған йүнәлешебеҙҙең дөрөҫ булыуын раҫлай. Әммә иң мөһиме, дәүләт ярҙамы беҙгә Башҡортостан һәм Рәсәй мәнфәғәте өсөн ошо йүнәлештә тағы ла ышаныслыраҡ һәм әүҙемерәк эшләргә мөмкинлек бирәсәк», — тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2024 йылда республикала дүрт мең пилотһыҙ осоусы аппарат сығарыласаҡ.

Башҡортостанда БПЛА индустрияһының ниндәй бурыстарҙы хәл итеүе тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-03-22/bashkiriya-zaregistrirovala-pervyy-v-rossii-klaster-po-bespilotnikam-3696168

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика