

Бөгөн, 21 мартта, Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһына күптән көтөп алынған «Көнсығыш сығыу юлы»н асыу тантанаһы уҙҙы. Көнсығыш сығыу юлы — республиканың иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе, уның ярҙамында Өфөнән М-5 «Урал» трассаһына 10 минут эсендә барып етергә мөмкин. Сара башланыр алдынан «Башҡортостан концессия компанияһы»ның генераль директоры Асабали Закавов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа объектты асыуға әҙер булыуҙарын әйтте.
Көнсығыш сығыу юлы 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль тоннеленән, Ҡариҙел аша 2,7 саҡрым оҙонлоҡтағы эстакадалы күперҙән һәм 10 километрлыҡ автомобиль юлынан тора. Дөйөм оҙонлоғо – 13,9 саҡрым.
«Республикабыҙ, баш ҡалабыҙ, барыбыҙ өсөн дә бөгөн - үҙенсәлекле көн, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Тотош республика менән төҙөгән иң оҙайлы объекттарҙың береһен сафҡа индерәбеҙ.
Бөгөн ошо ваҡиғала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Тәү сиратта алыҫ 90-сы йылдарҙа әлеге объектты төҙөй башларға ҡарар иткән етәкселәргә, инженерҙарға, төҙөүселәргә ҙур рәхмәт!
Мин барлыҡ партнерҙарыбыҙға ла рәхмәт әйтәм. Республикабыҙ партнерҙарына һәм идара итеү командаһына, беҙҙең концессионерға – «ЛиМак» компанияһына, ВТБ банкына. Шулай уҡ Президентыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Уның ҡарарынан башҡа ошондай ҡеүәтле федераль грант һәм федераль финанслау булмаҫ ине.
Әлбиттә, төҙөүселәргә, инженер һәм техник персоналға, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт.
Бөгөн беҙ М-5-кә сығыу юлын асабыҙ. Әммә был объектты тамамлау өсөн уны М-7 менән тоташтырырға кәрәк.
Республикабыҙ халҡын һәм өфөләрҙе ҡотлайым. Хәйерле юл!» - тине Радий Хәбиров асыу тантанаһында һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин «Көнсығыш сығыу юлын» асырға һәм транспорт хәрәкәтен башларға рөхсәт бирҙе.
1 апрелдән төндә юл йөрөү хаҡы еңел автомобилдәрҙән – 20 һум, ә иртәнге сәғәт 6-нан 100 һум тора. Йәмәғәт транспорты, махсус хеҙмәттәр, почта машиналары, мәктәп автобустары Көнсығыш сығыу юлынан бушлай йөрөй.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.