16:16 (UTC+5), 19 Марта 2024

Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөндә йәнә рекорд ҡуйҙы

Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы
Галина Бахшиева

2024 йылдың тәүге ике айында Башҡортостанда 557 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 20,6% күберәк. Ошо хаҡта республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынын хәбәр иттеләр.

Ғинуар-февралдә бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 3 мең фатир сафҡа индерелгән. Халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредиттар ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 82,9% тәшкил итә. Улар 4110 шәхси йорт һалған. Был иһә уҙған йылдың ғинуар-февраленә ҡарағанда 32,4% күберәк.

Хәҙер Башҡортостан торлаҡты сафҡа индереү буйынса Волга буйы федераль округында - икенсе, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй.

«Беҙ торлаҡты сафҡа индереү буйынса темпты дауам итербеҙ, шул иҫәптән биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмдарын ғәмәлгә ашырыу, инфраструктура бюджет кредиттары сиктәрендә кәрәкле инфраструктура төҙөү, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү программаһы һәм башҡа механизмдар иҫәбенә», – тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2023 йылда Башҡортостанда 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-03-19/bashkiriya-ustanovila-ocherednoy-rekord-v-zhilischnom-stroitelstve-3692102

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика