

14 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «РВ-1 радиоэлектрон технопаркы» технопаркы төҙөлөшөнә старт бирҙе.
Унда юғары технологиялы һәм инновацион продукция: пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) һәм уларҙың комплекттары, баҫма электроника: сенсорҙар, платалар, датчиктар сығарыла башлай. Проектҡа инвестициялар күләме – 1,2 миллиард һум, шуның 504 миллионын федераль ҡаҙнанан субсидия ҡаплай.
Электрон сәнәғәт өлкәһендәге технопарк ҡаланың Киров районында 30 мең квадрат метрлыҡ участкала төҙөлә, потенциаль резиденттар булып Өфө, Минск һәм Санкт-Петербург компаниялары сығыш яһай, улар менән тейешле килешеүҙәр төҙөлгән дә инде. 2030 йылға республика властары технопаркта 370 эш урыны булдырылыр тип көтә, ә радиоэлектрон сәнәғәт продукцияһын тулайым сығарыу 3,6 миллиард һумдан ашып китәсәк.
Яңы технопарктың идара итеү компанияһының генераль директоры Рөстәм Дәүләтов һөйләүенсә, төп резиденттар – элемтә системалары етештереүгә махсуслашҡан «Астраком» компанияһы, «Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге» предприятиеһы.
«Пилотһыҙ авиацияның киләсәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Бөгөн беҙ сәнәғәт үҫешенең яңы битен асабыҙ. Сентябрҙә үк бында ике етештереү бинаһы торорға тейеш», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.