Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.87
-0.24
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Февраль 2024, 17:06

Рәсәйҙә урманды һаҡлау өлкәһендә эшләгән белгестәрҙең хеҙмәт хаҡы арттырыла

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

Владимир Путин урман хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау менән шөғөлләнеүселәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәрергә тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, улар бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә, ә килемдәре бик аҙ.

Президент «ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһендә тәртип урынлаштырыу» кәрәклеген дә билдәләне.

«Был тема һәр кеше өсөн мөһим. Хәл яйлап үҙгәрә башланы. 2021 йылдан урмандарҙы ҡырҡыуға ҡарағанда күберәк тергеҙәләр», —  тине Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-29/v-rossii-uvelichat-zarplaty-spetsialistam-rabotayuschim-v-sfere-ohrany-lesov-3663667

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: