15:41 (UTC+5), 20 Февраль 2024

Ағиҙелдә махсус иҡтисади зона булдырылыуы ихтимал

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

13 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығының Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән осрашыуында Өфө районында һәм Салауатта «Алға» сәнәғәт-производство тибындағы махсус иҡтисади зона майҙандарын киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Был Белоруссия партнерҙары менән берлектә яңы производстволар асыу өсөн кәрәк. Бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.

«Быны тиҙ арала хәл итеп, ғариза бирергә кәрәк. Беҙ әлеге режимды Ағиҙел ҡалаһына киңәйтеү мөмкинлеген тикшерҙек. Был ҡатмарлы бурыс, ләкин уны хәл итеү мөһим», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров 2023 йылдың ғинуарында Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа ошо мәсьәләне тикшергәйне. Уның йомғаҡтары буйынса дәүләт башлығы Ағиҙел ҡалаһында махсус иҡтисади зона булдырыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.

Максим Решетников һәм Радий Хәбиров Сибай – Подольск – Новорудная тимер юл тармағын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу барышын, шулай уҡ 2024 йылдың көҙөндә Өфөлә үтергә тейешле Рәсәй менән Ҡаҙағстандың XX төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына әҙерлекте тикшерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-20/v-agideli-mozhet-byt-sozdana-osobaya-ekonomicheskaya-zona-3650951

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика