12:21 (UTC+5), 08 Февраля 2024

Башҡортостанда ауылды комплекслы үҫтереү буйынса программаның маҡсаты раҫланды

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Элина Әхмәтова

Башҡортостан Хөкүмәте «Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһын раҫланы. Документтан күренеүенсә, 2031 йылға проекттың төп маҡсаттары:

- ауыл ерендә төҙөкләндерелгән торлаҡ 47,9% етергә;

- ауыл халҡы 37% кимәлендә һаҡланырға;

- ауылда һәм ҡалала йорт хужалыҡтарының уртаса айлыҡ ресурстары нисбәте яҡынса 68% тәшкил итергә тейеш.

Бының өсөн программа сиктәрендә 102 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәшәү мөхитен тағы ла уңайлыраҡ итеү, 10 ауылда юлдарҙы ремонтлау, 1,3 меңгә яҡын белгесте ауылда эшләүгә һәм аграр продукцияны эшкәртеүгә йәлеп итеү өсөн шарттар булдырыу күҙаллана.

Документта программа сиктәрендә субсидиялар алыу ҡағиҙәләре, ауыл халҡына торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына сираттан тыш социаль түләүҙәр биреү тәртибе һәм ярҙам саралары тураһында әйтелә.

2023 йылдың башында Башҡортостанда ауыл халҡы 1,535 миллион кеше (республикала йәшәүселәрҙең 37,7%) тәшкил иткән. 2020 йылда 38,2% булған, 26 мең кешегә кәмегән. Ауыл халҡының күпселеге - 10 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән һәм социаль, транспорт, инженерлыҡ инфраструктураларын үҫтереү талап ителгән ҡасабаларҙа.

Башинформ хәбәр иткәнсә, һуңғы дүрт йылда республикала «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһының күләме 7,6 миллиард һум тәшкил иткән. Торлаҡ йорттар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлгән, юлдар, газ һәм һыу үткәргестәр һалынған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-07/v-bashkirii-utverdili-tseli-programmy-po-kompleksnomu-razvitiyu-sela-3634646

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика