16:23 (UTC+5), 06 Февраля 2024

Тиҙҙән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт асыла

Фото: Александр Клебановтың телеграм-каналы
Галина Бахшиева

Өфөнән М-5 «Урал» федераль әһәмиәттәге автомобиль юлына яңы сығыу юлы төҙөлөшөнөң техник әҙерлеге — 94 процент. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов күләмле төҙөлөш урынын ҡарағандан һуң үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итте.

Әлеге көндә объектта 1400 кеше эшләй, 195 берәмек махсус техника һәм ҡорамал йәлеп ителгән.

«Тиҙҙән хәрәкәтте асырға уйлайбыҙ», — тине Александр Клебанов.

Көнсығыш сығыу юлы — 2017 йылда Башҡортостан Хөкүмәте (концедент) һәм «Башҡортостан концессия компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (концессионер, «ВТБ Инфраструктура холдингы»на инә) араһында төҙөлгән концессия килешеүе сиктәрендә тормошҡа ашырылған Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округының мөһим инфраструктура проекты.

Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы яҡынса 40,3 миллиард һум тәшкил итә. Шуның 4,5 миллиард һумын республика бүлә, 26,7 миллиарды — федераль, 9,1 миллиард һумдан ашыуы — концессионер аҡсаһы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-06/v-blizhayshee-vremya-budet-zapuscheno-dvizhenie-po-vostochnomu-vyezdu-iz-ufy-3632507

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика