Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Ғинуар 2024, 15:26

Башҡортостан Башлығы Учалы районындағы Кесе Ҡаран алтын сығарыу участкаһында булды

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы районындағы Кесе Ҡаран алтын ятҡылығында булды.

«Ҡаран-Александровка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ошо районда 300 гектар ер участкаһын ҡуртымға алып эшләй. Предприятие лицензия участкаһында алтын сығарыу буйынса проектты тормошҡа ашыра, шулай уҡ Кесе Ҡаран ятҡылығының алтынлы мәғдәндәрен эшкәртеү буйынса байыҡтырыу фабрикаһын төҙөргә ниәтләй.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы урындағы халыҡ менән аралашты, уларҙың ҡайһы берҙәре «Ҡаран-Александровка» йәмғиәтендә эшләй. Предприятие хеҙмәткәрҙәренә уртаса 85 мең һум эш хаҡы түләнә. Әлеге ваҡытта «Ҡаран-Александровка» йәмғиәтендә - 56 эшсе. Уларҙың 90 проценты яҡындағы Поляковка һәм Вознесенка ауылдарында йәшәй.

«Әгәр һеҙҙе нимәлер борсой икән, әйтегеҙ. Һөйләшәйек», - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров урындағы халыҡҡа.

«Эшебеҙ менән ҡәнәғәтбеҙ, ялыуҙар юҡ», - тип белдерҙе осрашыуҙа  Поляковка ауылынан бер ир-егет.

«Ҡаран-Александровка» йәмғиәте етәксеһе Ирек Ғиззәтуллин һүҙҙәренсә, проект Поляковка ауыл советы биләмәһендә гидрометаллургия ысулы менән алтын сығарыу буйынса фабрика төҙөүҙе күҙ уңында тота. Ятҡылыҡ янында, 1-3 километр алыҫлыҡта, Вознесенка, Поляковка, Туңғатар ауылдары урынлашҡан. Алтын сығарыу фабрикаһын төҙөү бында 200-гә яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Проектты бойомға ашырыу ваҡыты - 12-14 йыл. 

16 ғинуарҙа Учалы районының Вознесенка һәм Поляковка ауылдарында йәмәғәт фекер алышыуы үтте. Төп темаһы - Кесе Ҡаран ятҡылығының алтынлы мәғдәндәрен эшкәртеү буйынса байыҡтырыу фабрикаһы асылған осраҡта уның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау мәсьәләләре. Ошо төҙөлөш проектын экологик экспертизаға ебәрергә ҡарар ителде, тип хәбәр итте Ирек Ғиззәтуллин.

Учалы районы халҡын борсоған тағы бер мәсьәлә - намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар, тип билдәләне Поляковка ауыл советы башлығы Данил Ғүмәров.

«Улар ерҙәрҙе рекультивацияламай, сабынлыҡ ерҙәрен соҡой. Экскаватор менән ҡаҙыйҙар», - тип һөйләне ул.

«Аңлашыла, бөтә мәсьәләләрҙе бер айҙа хәл итеп булмай, - тине Радий Хәбиров. - Әммә беҙ тәртип урынлаштыра башланыҡ, был йәһәттән алға китеш бар. Бер нисә енәйәт эшен ҡуҙғаттыҡ». 

Хәҙер республикала алтын табыу өсөн 60-ҡа яҡын лицензия иҫәпләнә. Күпселеге йәғни 47 лицензия Учалы районына тура килә. Намыҫһыҙ 13 алтын сығарыусының лицензияһы тартып алынған.

Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районындағы «Таналыҡ» һәм «Граф» компаниялары ла лицензияһыҙ тороп ҡалған. Эштәр туҡтатылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Учалыла Радий Хәбиров рәйеслегендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы була.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-31/radiy-habirov-posetil-uchastok-po-dobyche-zolota-malyy-karan-v-uchalinskom-rayone-3624102

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас