23 ғинуарҙа Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡаҙағстанға юллана. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкләй. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
Шулай уҡ ҙур бизнес-делегация составында 70 предприятие (сәнәғәт һәм ауыл хужалығы) вәкилдәре, 50 бәләкәй һәм урта бизнес вәкиле бар (улар өсөн айырым программа, «Ҡаҙағстан-Башҡортостан» бизнес-форумы әҙерләнгән). Ҡаҙағстандың 400 предприятиеһы вәкилдәре, шулай уҡ Ҡаҙағстан президенты һәм хөкүмәт башлығы менән осрашыуҙар ҡаралған.
Рөстәм Моратов Рәсәй менән Ҡаҙағстандың иҡтисади хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләрен дә әйтеп үтте. 2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнеше 3,1% артып, 440 миллион долларға еткән. Шул уҡ ваҡытта экспорт поставкалары 365 миллион долларҙан күберәк тәшкил иткән.
«Башинформ» яҙғанса, 2024 йылда Өфөлә Башҡортостан менән Рәсәйҙең ХХ төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы ойошторола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.