

Өфө районының Начапкин ҡасабаһында проект финанслауын һәм эскроу-иҫәп ҡулланып төҙөлгән тәүге ике таунхаус файҙаланыуға тапшырылды.
«Өфөлә ҡала ситендәге торлаҡҡа ихтыяж йылдан-йыл арта, шуға күрә ошо маҡсатҡа банк кредитлауын йәлеп итеү зарур. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикала биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы йәлеп ителгән, ул халыҡты сифатлы торлаҡ менән генә түгел, тейешле инфраструктураһы булған уңайлы мөхит менән дә тәьмин итергә тейеш», - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин.
Дөйөм майҙаны яҡынса 800 квадрат метр тәшкил иткән ике яңы аҙ ҡатлы йорттоң һәр береһендә 7-8 фатир бар. Быйыл төҙөүсе дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыулыҡ тағы дүрт таунхаусты төҙөп бөтөп, 35 яңы фатирҙы файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Бынан тыш, 2024 йылда дөйөм майҙаны яҡынса 4 мең квадрат метрлыҡ 32 айырым йортто сафҡа индереү планлаштырыла.
Бында бөтәһе 300 аҙ ҡатлы йорт — таунхаустар, һәм 100 шәхси өй төҙөү планлаштырыла.
Начапкин ауылындағы 32,3 гектар майҙан төҙөүсегә аукцион йомғаҡтары буйынса биләмәне комплекслы үҙләштереү өсөн ҡуртымға бирелгән, тип хәбәр иттеләр төҙөлөш министрлығынан.
Биләмәне комплекслы төҙөүҙән тыш, проектта төҙөкләндереү, ял зоналары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, социаль һәм коммерция объекттары булдырыу ҡаралған.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.