2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан сит илдәргә бал оҙатыу күләме 2,5 тапҡырға артҡан, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан. Бындай күрһәткестәргә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ярҙамында өлгәшелде.
«Уҙған йылда донъяның ете иленә 111 тоннанан ашыу бал оҙатылған. Унан алдағы йылда 6 илгә экспорт - 43,6 тонна, 2021 йылда 8 илгә 103 тонна тәшкил иткән. Былтырошо исемлеккә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Сербия, Үзбәкстан һәм башҡа дәүләттәр ҙә инде», - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса Рәсәйҙә лидер булып тора. Республикала умартасылыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.