08:20 (UTC+5), 18 Января 2024

2023 йылда Башҡортостандан иген экспорты 2,3 тапҡырға артҡан

Фото: Валерий Шахов
Элина Әхмәтова

2023 йылда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар экспортын ике тапҡырҙан ашыуға арттырған. Яҡын һәм алыҫ сит илдәргә поставкалар күләме 130% тиерлек артып, 471,78 мең тоннаға еткән. 2022 йылда Башҡортостан агрокомпаниялары сит илгә 205,6 мең тонна иген оҙатҡан.

Хәҙер Башҡортостан ашлығын һатып алыусылар иҫәбенә Азербайжан, Бельгия, Беларусь Республикаһы, Германия, Грузия, Дания, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандан тыш, Афғанстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нидерланд, Польша, Төркмәнстан, Төркиә һәм башҡалар өҫтәлгән.

Һанап үтелгән илдәргә 121,21 мең тоннанан ашыу бойҙай, 79,42 мең тонна арпа, 51,6 мең тонна етен, 6,84 мең тонна борсаҡ, 8,7 мең тонна арыш, 0,95 мең тонна көнбағыш, 0,59 мең тонна гәрсис, 0,98 мең тонна һоло, 1,9 мең тонна сафлор оҙатылған.

Экспортланған ҡуҙаҡлы иген һәм мал аҙығы культуралары исемлегендә ноҡот борсағы, ҡарабойҙай, шипкән, кәрешкә һәм башҡа үҫемлектәр бар.

Шулай уҡ былтыр республика сит илгә 17 мең тоннанан ашыу ярма, он һәм көрпә һатҡан.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Әлшәйҙең «СН Агро» компанияһы Ҡытайға 2,3 мең тонна арпа оҙатҡан, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-18/eksport-zerna-iz-bashkirii-v-2023-godu-vyros-v-2-3-raza-3608135

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика