Башҡортостанда быйыл йыйып алынған шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ике шәкәр заводы 1,19 миллион тонна тамыраҙыҡ эшкәртеп, 180 мең тонна шәкәр ҡомо етештергән.
Уҙған ауыл хужалығы миҙгелендә 19 районда шәкәр сөгөлдөрөн эшкәрткәндәр. Был техник культураны предприятиелар 47,5 мең гектар майҙанда үҫтергән. Тамыраҙыҡтарҙың тулайым йыйымы - 1,6 миллион тоннанан күберәк.