Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2024, 16:06

Башҡортостан тауар балын етештереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урында килә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә республиканың Рәсәйҙә тауар балын етештереү буйынса лидер булыуы тураһында хәбәр итте.

Спикер һүҙҙәренсә, республикабыҙҙың өлөшө илдә — 10,5%, Волга буйы федераль округында иһә 30,7% тәшкил итә.

«Программа ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 5 йыл эсендә тауар балының күләме 10% артҡан. 2023 йылда республика умартасылары 6 мең тонна тауар балы етештергән. Бал етештереү күләменең кәмеүе йылдың ҡырыҫ тәбиғәт-климат шарттары менән бәйле», — тип билдәләне Фәзрахманов.

Былтыр Мишкә һәм Ғафури райондары бал буйынса алдынғылыҡты бирмәһә (300 тонна етештерелә), Нуриман, Дүртөйлө һәм Благовещен райондары 268 тоннанан алып 226 тоннаға тиклем әҙерләгән.

Республиканан донъяның ете иленә 111 тоннанан ашыу бал оҙатылған, тип өҫтәне Башҡортостан вице-премьеры. Һүҙ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Сербия, Үзбәкстан һәм башҡалар хаҡында бара.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың ике умартасыһы «Рәсәйҙең иң яҡшы балы-2023» конкурсында еңеү яулағайны.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-01-15/pchelovody-bashkirii-poluchili-okolo-60-mln-rubley-gospodderzhki-3603264

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас