Уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән үҙ-ара тауар әйләнеше 3,1% артҡан, тип белдерҙеләр республика хөкүмәтендә. Бынан тыш, экспорт күрһәткесе 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,1% юғары.
Билдәләнеүенсә, республикабыҙҙан Ҡаҙағстанға аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал, минераль һәм машиналар эшләү продукцияһын оҙатыуҙы арттырыу һөҙөмтәһендә ошондай күрһәткестәргә өлгәшелде.
«2023 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Ҡаҙағстан 10,95% өлөш менән Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса өсөнсө урынды биләй. Өлөш 10,95% тәшкил итә, ә Ҡаҙағстан менән тышҡы сауҙа әйләнешенең 80% ашыуы республикабыҙҙан ебәрелгән продукция күләменә тура килә. Беҙ республикаларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҫтерергә һәм бизнес-миссия барышында һөҙөмтәле эшләргә ниәтләйбеҙ. 24-25 ғинуарҙа республиканың рәсми һәм эшлекле делегацияһы Ҡаҙағстанға сәфәргә юллана. Экспортҡа йүнәлеш алған төбәк эшҡыуарҙары өсөн был - яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн шәп мөмкинлек», — тине Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.