

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Туймазы районына эш сәфәре «Велес» мебель фабрикаһынан башланды. Был – арзан һәм сифатлы корпуслы мебель үҫтереүгә йүнәлтелгән заманса компания. Фабрика директоры Руслан Сәләхов һүҙҙәренсә, предприятие үҙ көсө менән йорт, шулай уҡ офис өсөн уңайлы, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән йыһаздар проектлай һәм етештерә. Йоҡо гарнитурҙары, ҡунаҡ бүлмәһе, алғы бүлмә, балалар өсөн йыһаздар, шкафтар, өҫтәлдәр, тумбалар, карауаттар һәм башҡалар. Заводтың продукцияһы Рәсәйҙең 13 төбәгенә һәм Ҡаҙағстанға оҙатыла.
2001 йылда ойошторолған компания 22 йыл эсендә етештереү күләмен арттырып, федераль баҙарға сыҡты. «Велес» мебель фабрикаһы Волга буйы федераль округының мебель кластерында ҡатнаша.
Быйыл инвестиция проекттары сиктәрендә фабрикала 35 миллион һумға склад төҙөлә һәм 72 миллион һумға яңы ҡорамалдар һатып алына башланы.
Радий Хәбиров продукция өлгөләре ҡуйылған фабриканың мебель салонын да ҡараны. Фабрикала сифатлы, стилле һәм арзан йыһаздар етештерелә, тип билдәләне ул.
«Был предприятиелар аяғында ныҡлы баҫып тора, әүҙем үҫешә, мебель баҙарын яулай. Рәсәйҙә беренсе мебель кластерын булдырыуыбыҙ булышлыҡ итәлер, моғайын. Мин һәр саҡ ғәжәпләнәм. Корпуслы, йоҡо бүлмәһе, офис өсөн йыһаздар эшләгән эшҡыуарҙарҙың барыһы ла – йәштәр. Мебель бик юғары сифатлы. Улар производствоны даими арттыра һәм яңырта. Уларҙың эш урынында эшсе көстәр күп талап ителмәй. Хәҙер эшсе көсөнөң проблема икәнен беләһегеҙ. Был йәһәттән улар ниндәйҙәр мәғәнәлә ота ғына», - тип билдәләне Радий Хәбиров.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.