

Төркиә эшҡыуарҙары Өфөгә сәфәре барышында Башҡортостанда ҡайын шпоны етештереүҙе ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Ҡунаҡтарға экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларға ярҙам саралары, шул иҫәптән сит илгә тауар ташыу буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидиялар, сит илдәрҙә бизнес-миссияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуға булышлыҡ итеү, халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарында тауарҙарҙы танытыу тураһында һөйләнеләр. Төркиә эшҡыуарҙарына республиканың инвестиция ҡеүәте һәм «Алға» махсус иҡтисади зонаһы мөмкинлектәре менән таныштырҙылар.
Төркиә бизнесының Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныуы арта. Әйтәйек, 2023 йылдың ғинуар-октябрендә Башҡортостандың Төркиә менән үҙ-ара тауар әйләнеше 2022 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 107,9% артҡан. Экспорттың - 115,6%, ә импорттың 56% үҫеше билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта дөйөм тауар әйләнеше күләменең яҡынса 90% Башҡортостандан килтерелгән тауарҙар тәшкил итә. Төркиә республика контрагенттары араһында (төбәктең дөйөм тауар әйләнеше күләменән 13% өлөш менән) икенсе урынды биләй.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәй-Төркиә тауар әйләнешенең рекордлы үҫеше тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.