07:01 (UTC+5), 19 Декабря 2023

Радий Хәбиров «Башҡорт өйө» программаһы менән таныштырҙы

Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшөндә алға китеш күҙәтелә, тип белдерҙе Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, былтыр 3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырылған, быйыл ошо күрһәткесте 4 миллион квадрат метрға еткерергә кәрәк. Кешеләр сифатлы һәм арзан торлаҡҡа мохтаж.

«Вәғәҙә иткәнемсә, алдағы көндәрҙә «алданған өлөшсөләр» мәсьәлен тулыһынса хәл итербеҙ. Биш йылда 10 меңгә яҡын кешенең хоҡуғын тергеҙҙек. Ил хөкүмәтенә, Биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондына республикаға ярҙамы, төҙөүселәргә, коллегаларыма ошо мөһим эш өсөн рәхмәт белдерәм, — тине Радий Хәбиров. — Быйыл граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаны йылдам темптар менән тамамлайбыҙ. 2019 йылдан 8,4 мең кешене күсерҙек, ләкин әлегә был проблема киҫкен тора. Уҙған аҙнала республика хөкүмәте тәҡдим иткән «Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» законыбыҙға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты ҡабул ителде. Хөрмәтле депутаттар, һеҙгә ошо мөһим закон проектын хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт».

Бөгөнгә йәнә бер ҙур бурыс — шәхси торлаҡ төҙөлөшө буйынса комплекслы проекттарҙы тормошҡа ашырыу.

«Шуға бәйле «Башҡорт өйө» программаһын башлайбыҙ. Республика көсө менән шәхси йорттар өсөн участкаларҙа инженерлыҡ инфраструктураһын булдырырбыҙ, ә төҙөлөш эштәрен урындағы төҙөлөш материалдарын ҡулланып, типовой проекттар буйынса алып барырбыҙ. Республика хөкүмәтенән 1 апрелгә тиклем программаның концепцияһын күрһәтеүҙәрен һәм уны финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһен әҙерләүҙәрен һорайым», - тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-12-19/radiy-habirov-anonsiroval-novuyu-programmu-bashkirskiy-domik-3573001

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика