Өфөлә Флот тыҡрығы һәм Дим йылғаһы аша күпер араһындағы участкала Дим шоссеһы ремонтлау планлаштырыла. Эштәр 2024 йылдың 20 майында башланып, 30 авгусында тамамланырға тейеш. Контракттың башланғыс хаҡы 66,6 миллион һум тип билдәләнгән.
Подрядсы асфальт ҡатламын алып ташларға, суйын люктарҙы һүтергә, яңыларын ҡуйырға, асфальт-бетон ҡатнашмаһын түшәргә, махсус билдәләр һыҙырға тейеш.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса юлдарҙы ремонтлау эштәренең тулыһынса тамамланыуын хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-30/v-ufe-otremontruyut-demskoe-shosse-3545703