«Беҙ Рәсәй Президентының 2023 йылда алданған өлөшсөләр темаһын ябырға тигән йөкләмәһен үтәрбеҙ тип ышанам, - тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. - Үкенескә күрә, Башҡортостанда алданған өлөшсөләр бик күп ине. Әммә хәҙер был проблеманы хәл итербеҙ. Ә киләсәктә яңы проблемалы объекттарҙың барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау өсөн беҙгә әүҙем эш алып барыу зарур. Шуны аңларға кәрәк: әгәр Рәсәй хөкүмәте һәм президент был мәсьәлә менән шөғөлләнмәһә, ауырға тура килер ине».
Бөгөнгә Башҡортостанда 22 проблемалы объект һәм торлаҡ хоҡуҡтарын тергеҙеүгә ярҙамға можтаж булған 1200-гә яҡын граждан иҫәпләнә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» агентлығындағы брифингта Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артём Ковшов.