Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2023, 12:49

Башҡортостан санкциялар шарттарында ышаныслы үҫешә – иҡтисадсы

Честно говоря
Фото: Честно говоря

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнеше барышында республика иҡтисадын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге үҙәк аппаратының лаборатория мөдире Илдар Зөлҡәрнәй фекеренсә, төбәк халҡы үҙ һорауҙарына компетентлы яуаптар алды.

«Башҡортостан Башлығының махсус хәрби операция менән бәйле һорауҙар һәм Рәсәйгә ҡарата көнбайыш санкциялары республика етәкселегенән иҡтисадты үҫтереү өҫтөндә тағы ла әүҙемерәк эшләргә мәжбүр итә тигән фекере бик оҡшаны. Беҙ быны Радий Фәрит улының яуаптарынан да күрәбеҙ. Улар уның, беренсенән, дөйөм хәл-торош тураһында мәғлүмәткә эйә булыуын , икенсенән, барлыҡ өлкәләрҙәге хәлде контролдә тотоуын күрһәтте. Республика Башлығы менән бергә тура бәйләнештә хөкүмәт ағзалары, район башлыҡтары ла ҡатнашты. Был иһә команда эшенең кимәле һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән күрһәткес», - тип билдәләне Илдар Зөлҡәрнәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Радий хәбиров менән тура бәйләнештең текст трансляцияһын алып барҙы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-30/bashkiriya-prodolzhaet-uverenno-razvivatsya-v-usloviyah-sanktsiy-ekonomist-3545850

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас