11:08 (UTC+5), 23 Ноября 2023

Башҡортостан – йәнә торлаҡты сафҡа индереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә

Фото: Ксения Калинина
Роман Якимчук

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша төбәк үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Ултырышта инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә күләмле төбәк проекттарын тормошҡа ашырыу барышын ҡаранылар. Башҡортостандың Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында объекттар төҙөү һәм реконструкциялау эше ошо механизм нигеҙендә алып барыла. Әйтәйек, «Көньяҡ ҡапҡа» проекты сиктәрендә баш ҡаланың транспорт инфраструктураһын яңыртыу һәм «Кузнецов затоны» биҫтәһендә 2 200 урынлыҡ мәктәп төҙөү. Нефтекамала иһә төп канализация насос станцияһын төҙөү һәм таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау.

«Барлыҡ объекттар буйынса раҫланған графикка ярашлы эшләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – «Кузнецов затоны» биҫтәһендә тағы бер объект – Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Өфөнө көньяҡтан урау юлы буйынса проект документацияһын әҙерләйбеҙ».

Марат Хөснуллин Башҡортостан етәкселегенә проекттарҙың ваҡытында ғәмәлгә ашырылыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Башҡортостанда барлыҡ күрһәткестәр буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. Республика торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу йәһәтенән алдынғы. Шәп, артабан да шулай дауам итегеҙ! - тине Марат Хөснуллин. - Беҙ һеҙҙең менән «Транспорт аҙналығы»нда бер нисә проект тураһында һөйләштек. Рәхмәттан башҡа һүҙ юҡ. Ҙур рәхмәт».

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-23/bashkiriya-vnov-nazvana-v-chisle-regionov-liderov-po-vvodu-zhilya-3534325

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика