Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2023, 15:43

Башҡортостан Төркиә менән тышҡы сауҙа әйләнешен 88 процентҡа арттырҙы

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республиканың ышаныслы сит ил партнерҙары менән бәйләнештәрҙе нисек үҫтереүе хаҡында хәбәр итте. Әлеге ваҡытта республика 112 ил менән сауҙа алып бара. 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше һиҙелерлек артҡан. Төркиә (үҫеш 88%), артабан Үзбәкстан (+27%), Беларусь (+14%), Ҡытай (+5%), Ҡаҙағстан (+4%) менән сауҙала яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән.

«Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы асыла. Беҙгә сит илдәрҙән делегациялар килде. Дуҫ илдәр менән партнерлыҡ беҙҙең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Тауар әйләнеше, үҙ-ара инвестициялар аша һиҙелерлек үҙгәрештәрҙе күрәбеҙ», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» федераль аналитиктарҙың Башҡортостанды халыҡ-ара әүҙемлек буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе тип билдәләүен хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-11-22/bashkiriya-uvelichila-vneshnetorgovyy-oborot-s-turtsiey-na-88-protsentov-3532048

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас