Башҡортостан даими рәүештә республиканың юл өлкәһендәге перспективалы проекттарын формалаштырырға тейеш һәм был йүнәлештә эш алып барыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында һәм күргәҙмәһендә ошо турала хәбәр итте.
«Мәскәүҙә «Транспорт аҙналығы»да эшләйбеҙ. Ошо мөһим форумда илебеҙҙең транспорт өлкәһен үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнә. Әлбиттә, был федераль власть органдары етәкселеге менән үҫеш буйынса бурыстар тураһында фекер алышыу мөмкинлеге лә булып тора», — тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһының күргәҙмә стендын Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин да ҡараны. Радий Хәбиров вице-премьерға төбәктең төп инфраструктура проекттары тураһында һөйләне, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
«Бөгөн уға Өфөнән Көнсығыш сығыу юлындағы эштәр барышы тураһында мәғлүмәт бирҙем. Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклемге участкала Р-240 федераль трассаһын киңәйтеү буйынса пландарҙы, башҡа бер нисә проектты тикшерҙек», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.