
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығын уҙғарыу тураһында һөйләне. Башҡортостан хөкүмәте ойошторған форум үҙен дәүләт менән бизнес араһында диалог булдырыу өсөн профессиональ майҙансыҡ итеп күрһәтте, тип билдәләне ул.
«22-25 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023» үткәрелә. Ошо осорҙа форум үҙен дәүләт менән бизнес араһында диалогты үҫтереү өсөн профессиональ майҙансыҡ итеп танытты. Йыл һайын сарала 30-ҙан ашыу тематик сессия һәм түңәрәк өҫтәл эшләй, килешеүҙәр төҙөлә. Форумда Белоруссиянан, Ирандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Тажикстандан, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән 1000- дән ашыу кеше ҡатнаша», — тип билдәләне Мария Захарова.
Быйыл Халыҡ-ара бизнес аҙналығы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иҡтисадта, экспортта, инновацияларҙа һәм инвестицияларҙа перспективалы үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә арнала, тине Мария Захарова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, XVI Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 22-25 ноябрҙә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында үткәрелә. Күләмле форумда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, эшлекле даирә вәкилдәре, шулай уҡ төрлө илдәрҙән (шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Төркиә һәм Иран) рәсми делегациялар килә, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.