
Бөгөн Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы һәм Янцзы йылғаһының үрге, урта ағымы төбәктәренең Төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса советы ултырышы Хубэй провинцияһы менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырға мөмкинлек бирергә тейеш. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Хубэй провинцияһы губернаторы урынбаҫары Чэнь Пинь ханым менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе.
«Башҡортостан – Рәсәйҙең сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәктәренең береһе. Беҙҙә нефть ятҡылыҡтары күп. Шулай уҡ тимер, баҡыр, цинк һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бар. Берлектә эш алып барырға мөмкин», - тип ышана Андрей Назаров.
Хубэй провинцияһы вице-губернаторы ла шундай ҡарашта. Чэнь Пинь ханым һүҙҙәренсә, ул Башҡортостан тураһында хәбәрҙар.
«Хеҙмәттәшлектә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Нефть химияһы тармағында, аҙыҡ-түлек өлкәһендә һәм агросәнәғәт өлкәһендә. Минеңсә, бөгөнгө осрашыу артабанғы хеҙмәттәшлеккә яңы этәргес бирер тип ышанабыҙ», - тине Ҡытайҙың Хубэй провинцияһы вице-губернаторы һәм киләһе йылдың яҙында Башҡортостанға килергә вәғәҙә бирҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.