Башҡортостанда тағы бер нисә инвестор үҙ проекттарын бойомға ашырыу өсөн ябайлаштырылған процедура буйынса ер алды. Республика Башлығы ҡул ҡуйған бойороҡтар торлаҡ, коммерция һәм социаль йәһәттән мөһим объекттар төҙөү пландарына ҡағыла.
Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөү барышында башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген булдырыу өсөн Шишмә районында 2,6 мең сутый ерҙе ҡуртымға алды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был объекттар һөнәрселәр ауылы һәм башҡа этно-тарихи майҙансыҡтар менән бергә музей комплексы эргәһендә урынлашырға тейеш, тип хәбәр иткәйне «Башинформ». Бынан алда музей төҙөү өсөн 1,95 мең сутый бүленде.
«Стройинвест Компанияһы» Стәрлетамаҡтың көнбайышындағы 2-се биҫтәһендә һатыулашыуһыҙ 83 сутый участканы алды һәм бында 9,7 мең квадрат метр торлаҡ төҙөргә, ә 6 фатирҙы алданған өлөшсөләргә тапшырырға вәғәҙә бирҙе.
«Акцент» йәмғиәте Өфө районының Дорогин ауылында магазин төҙөй, шуның өсөн компания сауҙалашыуһыҙ 50 сутый, «Волкодав сервис» Архангел районы үҙәгендә юл буйы комплексын һалыу өсөн 100 сутый ерҙе ҡуртымға алды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.