Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.64
0
98.84
0
75.99
+1.94
-31 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь , 15:40

Рәсәйҙә чиновниктарға һатып алырға рөхсәт ителгән автомобилдәрҙең маркалары билдәле булды

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн автомобилдәрҙең маркалары исемлеген төҙөгән. Унда илебеҙҙә махсус контракттар сиктәрендә етештерелгән VIN номерлы автомобилдәр бар.

Ведомство тәҡдиме буйынса, эш өсөн Lada (моделдәр: Granta, Vesta, Vesta SW Cross, Niva Legend һәм Niva Travel), Aurus (Komendant, Senat), УАЗ («Патриот», «Профи», «Пикап», СГР, «Хантер»), Москвич (3, 3е, 6), Evolute (I-Sky, I-Joy, I-Pro)һәм Haval (Dargo, Jolion, H9, F7/F7x) еңел автомобилдәрен һатып алырға мөмкин.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Владимир Путин чиновниктарҙың илебеҙ автомобилдәрендә йөрөргә тейешлеген әйткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-20/v-rossii-nazvany-marki-avtomiley-razreshennyh-k-pokupke-chinovnikami-dlya-sluzhebnyh-tseley-3486687

Автор:Сергей Николаев
Читайте нас в