Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2023, 13:37

Республика бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар өсөн урта класлы 159 автобус һатып алырға иҫәп тота

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы 8 ноябрҙәге аукционда бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар өсөн урта класлы 159 автобус менән тәьмин итеүсене һайлап алырға йыйына. Был мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған. Контракттың башланғыс хаҡы 942 миллион һум тәшкил итә. Һатып алыуҙы төбәк бюджеты финанслай.

Автобустарҙы ике ай эсендә килтерергә кәрәк. Улар быйыл ғына сығарылған, 43 пассажирҙы һыйҙырырға тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 6 октябрҙә «Башавтотранс»ҡа Өфөнөң 226-сы маршрутын хеҙмәтләндереү өсөн 50 яңы автобус тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-19/bashkiriya-zakupit-159-avtobusov-srednego-klassa-dlya-malyh-gorodov-i-sel-3484469

Автор: Сергей Николаев
Читайте нас