15:10 (UTC+5), 18 Октябрь 2023

Башҡортостан Башлығы «Өфөоргсинтез» коллективына әүҙем эше өсөн рәхмәт белдерҙе

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 18 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башнефть» предприятиеһының «Уфаоргсинтез» заводында булды.

Тиҙҙән был предприятиеға 70 йыл тула, әммә бер осорҙа ла завод үҙ үҫешендә туҡтап торманы, илебеҙ иҡтисады ихтыяждарына яраҡлашты, үҙенең ассортиментын даими киңәйтә барҙы.

«Мин предприятие етәкселегенә һәм коллективына ошондай әүҙем эш, даими үҫеш өсөн рәхмәт белдерәм. Ошо йылдар эсендә «Өфөоргсинтез»да хеҙмәт династиялары барлыҡҡа килде. Йылдар буйы эшләгән, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашҡан эшселәр бар. Предприятиеға уңыштар, именлек теләйем. Предприятиеның 70 йыллыҡ юбилейын да бергәләп ҡаршыларға яҙһын. Хөрмәтле Андрей Николаевич (Лазеев – «Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры), бергәләп иҡтисадты ла, халыҡтың тормошон да яҡшыртҡаныбыҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт», - тине Радий Хәбиров һәм предприятиеның өс хеҙмәткәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығына республиканың һәм илдең нефть химияһы сәнәғәте флагманы булған предприятиеның төп етештереү ҡеүәтен күрһәттеләр. Бында 30-ҙан ашыу төр продукция етештерелә, уларҙың сифаты донъя аналогтарына тап килә.

«Өфөоргсинтез» импортты алмаштырыу өлкәһендәге проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Завод Рәсәй баҙарында талап ителгән нефть химияһы продукцияһының күп төрҙәрен етештереүҙе үҙләштергән.

2016 йылдың октябренән «Өфөоргсинтез» «Башнефть» компанияһының башҡа активтары менән бергә «Роснефть» составында эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-18/glava-bashkirii-poblagodaril-kollektiv-ufaorgsinteza-za-aktivnuyu-rabotu-3482937

1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика