


Башҡортостанға электрон сәнәғәт өлкәһендә сәнәғәт технопарктары инфраструктураһын үҫтереү өсөн 504 миллион һум күләмендә федераль аҡса йүнәлтелә. Финанслауҙы бүлеүҙе раҫлаған ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Конкурс буйынса һайлап алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль бюджеттан Башҡортостанға (504 миллион һум), Владимир өлкәһенә (900 миллион һум), Түбәнге Новгород өлкәһенә (632,7 миллион һум) һәм Татарстанға (241,8 миллион һум) аҡса бүленә.
Субсидиялар технопарктарҙың идара итеүсе компанияларына сәнәғәт инфраструктураһы объекттарын проектлау, төҙөү йәки модернизациялау, ҡорамалдар һатып алыу, шулай уҡ сәнәғәт корпустарын инженер селтәрҙәренә технологик тоташтырыу сығымдарын өлөшләтә ҡапларға мөмкинлек бирә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң Киров районында «РВ-1» радиоэлектрон технопарк асырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне. Уны төҙөү өсөн 1,2 миллиард һум федераль һәм республика аҡсаһын йәлеп итеү планлаштырыла.
«РВ-1» радиоэлектрон технопаркы проекты электрон сәнәғәт өлкәһендә объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. 2030 йылға 370 эш урыны булдырыу планлаштырыла, потенциаль резиденттарҙың радиоэлектрон сәнәғәте продукцияһын тулайым сығарыу 3,6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәәсәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.