Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Октябрь 2023, 15:22

Яҡташыбыҙ лотереяла 14,7 миллион һум суперприз отҡан

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостанда дәүләт лотереяһында ҡатнашыусы 14,7 миллион һум отҡан. «Столото»ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә «Рапидо» дәүләт лотереяһының суперпризы - 14 795 679 һум уйнатылған. 287711-се тираж һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ еңеүсе булған.

«Әлеге ваҡытта уның мобиль ҡушымтала 300 һумлыҡ билет һатып алыуы ғына билдәле», - тип белдерҙеләр компанияла.

«Рапидо» ҡағиҙәләре буйынса, суперприз отор өсөн комбинацияларҙың бөтә һандарын тура килтереп яҙырға кәрәк. Отоштар 15 минут һайын үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-10-12/zhitel-bashkirii-vyigral-v-lotereyu-superpriz-v-14-7-mln-rubley-3475830

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: